УКЫУСЫЛАРҘА РУХИ-ӘХЛӘҠИ ҺӘМИЛҺӨЙӘРЛЕКТӘРБИӘЛӘҮ ТӘЖРИБӘҺЕ МЕНӘН УРТАҠЛАШЫУ
Автор: Аккужина Зумара Нурфаизовна
Организация: МОАУ Башкирская гимназия
Населенный пункт: Республика Башкортостан, с. Зилаир
Быйыл беҙгә Ейәнсура районы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол мәктәп- интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Күсәкова Гөлйөҙөм Рәүф ҡыҙы менән бергәләп “Урал батыр мәктәбе”программаһы буйынса дәрестән тыш дәрестәрҙең ( эшмәкәрлектең) тематик планына ярашлы технологик карталар төҙөү бәхете тейҙе. Беҙ
Атамдың хаҡы өсөн,
Әсәмдең хәтере өсөн
Тағы ла бер һынайым...
модулен һайланыҡ һәм дәрестәрҙең план-конспекттарын төҙөнөк. Беҙ тәҡдим итәбеҙ, әммә һәр уҡытыусы үҙ йәшәгән ерлегенә, уҡытҡан мәктәбенә, балаларҙың үҙенсәлегенә һәм һәләттәренә ҡарап үҙгәртә, өҫтәй, тулыландыра ала. Беренсе класта тәүге тема- “Беҙҙең ғаилә”. Ошо теманы башланғыс кластарҙа үткәргәндә ғаиләм үрнәгенә һәм уҡытҡан кластарым менән эш тәжрибәмә нигеҙләнеп нисек үткәргәнемде һөйләйем әле. Уҡытыусы белем биреп кенә ҡалмай шәхес тәрбиәләй. Мин ижади шәхес тәрбиәләү маҡсатын ҡуйғанмын. Үҙем дә бәләкәй күләмле хикәйәләр, сценарийҙар, шиғырҙар ижад итәм.
Мәҫәлән, “Тамаша” журналы 2024 йылдың май-июнь һанында “Ҡыҙҙар ҡайта ауылға” байрамы сценарийы, “Йәшлек” гәзитенең 2024 йылдың 14-се номерында “Йоҡоһоҙ үткән төн” хикәйәһе баҫылды. Һеҙҙең иғтибарға “Улым бейей” исемле шиғырыма төшөрөлгән видеотаҫманы тәғдим итәм.
1-се класта эште ғаиләләр менән танышыуҙан башлайым. Үҙемдең ғаиләм менән таныштырам, шул уҡ ваҡытта беҙҙең модулдә булған “Исемдәр донъяһында” темалаһына бәйләргә була.
Хәҙерге ваҡытта саф башҡорт исемдәрен йәш ғаиләләр балаларына ҡушып бармай. Минең уҡыусыларым киләсәктә рухлы булып үҫһен, үҙ балаларына мәғәнәле исем ҡушһын өсөн Таңһылыу Хашим ҡыҙы Кусимованың “Исемдәр донъяһында” китабын ҡулланып аңлатыу эше алып барам, үҙ ғаиләм ағзалары исемдәренең ниндәй матур мәғәнә белдереүен аңлатам.
Тормош иптәшемдең исеме Азат, мәғәнәһе ирекле. Мин- Зөмәрә-аҫылташ . Бер бөртөк ҡыҙымдың исеме Шәүрә- танылған, мәшһүр. Бәләкәс улым Булат- шәп ҡорос, ныҡлы ҡорос. Икенсе улым Самат- мәңгелек, башлыҡ мәғәнәләрендә ҡулланыла. Өлкән улым Айрат- оло кеше, яуаплы кеше мәғәнәһен белдерә. Ысынлап та, яуаплылыҡты ярата улыбыҙ. Тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләне, әлеге көндә Махсус хәрби операцияла.
Бөгөнгө көндә һәр ғаиләнең үҙ геройы бар.Бөйөк Ватан һуғыщында ҡатнашҡан ҡарт ҡартатайҙар, Афған, Чечен яуын үткән атай- ҡартатайҙар...Бөгөн ир-егеттәребеҙ тағы ут эсендә...Уҡыусым Артурҙың атаһы Ғәлиев Илнур Булат улы яраланып, ете ай түшәктә ятҡандан һуң әлеге көндә өйҙә һаулығын нығыта. Беҙ уны осрашыуға саҡырҙыҡ, ул ҙур теләк менән килде, балалар менән йылы аралашты.
Шулай уҡ Һәр мәктәптә Геройҙарға арналған стендтар булдырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Герой партаһы ла бар беҙҙә, уҡыусыбыҙ Юламанов Иштуған Рәил улы яуҙа батырҙарса һәләк булды. Стенд янында үткәрелгән саралар, Батырҙар менән осрашыуҙар уҡыусыларҙа илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләй. Илһөйәрлек темаһы беҙҙең модулдә төп урында тора. Илгә һөйөү- ғаиләңә һөйөүҙән башлана.
Уҡыусылар менән һөҙөмтәле эшләр өсөн ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға кәрәк. Мин, ата-әсәләр менән берлектә, бик күп саралар үткәрәм. Мәҫәлән, ҡышҡы урманға сәйәхәт, бергәләп тау шыуыу, ҡышҡы костер, хоккей уйындары сәләмәтлекте лә нығыта, тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә.
Шулай уҡ ата-әсәләр менән бергәләп Йылайырҙың тарихи урындарына сәйәхәт ойошторҙоҡ, 1748 йылда төҙөлгән “Преображенск” баҡыр иретеү заводының иҫке бинаһын барып күрҙек.
Ауылыбыҙ менән генә сикләнмәй, районыбыҙҙың башҡа ауылындағы тәбиғәт ҡомартҡыларына, иҫтәлекле урындарына экскурсиялар ойошторҙоҡ. Һеҙҙең иғтибарға данлыҡлы ҡурайсыбыҙ Ишмулла Дилмөхөмөтовтың тыуған ауылы Иҫке Яҡуптағы Һаҡмар һәм Йылайыр йылғаларының ҡушылған урынынан һәм ҡурайсының музейынан фотолар тәҡдим итәм. Әйткәндәй, беҙ тәҡдим иткән модулдә Республиканың күренекле кешеләре, Ауылымдың хөрмәтле кешеләре темаларын үткәндә ошондай сәйәхәттәр хуплана. Экскурсия урынын һайлағанда уҡыусыларҙың да теләге иҫәпкә алына. Бер уҡыусымдың тәҡдиме буйынса, Ейәнсура районы “Ямашла” ял итеү урынына сәйәхәт ойошторҙок, янындағы тауға күтәрелдек, көс-дәрт алып ҡайттыҡ.
Сибай ҡалаһының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Силәбе өлкәһе Магнит ҡалаһына ата-әсәләр менән бергә цирк тамашаһын ҡарарға барыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух девизы аҫтында эшләйем, балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә спорт уйындарына йәлеп итәм. “Күңелле старттарҙа” Атайҙар, Әсәйҙәр, Балалар командалары көс һынашты. Атайҙар көнөнә арнап атайҙарыбыҙҙы Шашки турнирына саҡырҙыҡ. Ата-әсәйҙәр әүҙемлеге балаларҙа үҙ ғаиләһе менән ғорурланыу хисе уята, ышаныс тәрбиәләй.
Туғандарым- күңел нурҙарым темаһын өйрәнгәндә туғанлыҡ терминдарын, быуындар бәйләнешен нығытыу өсөн Әсәйҙәр көнөндә ҡартәсәй һәм өләсәйҙәребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Уҡыусыларым үҙ ҡулдары менән бүләк эшләне, йырҙар йырланы, үҙ һәләттәре менән шатландырҙы.
Шәжәрә- быуындар бәйләнеше. Тамыры ныҡ ағастың киләсәге ышаныслы. Үҙ шәжәрәһен, ете быуынын белергә кәрәклеген төшөндөрөп уҡыусыларым менән беренсе класта уҡ шәжәрәләрен төҙөү эшен башлайым. Быға атайҙарҙы йәлеп итәм . Сираттағы Шәжәрә байрамыбыҙҙа атайҙар үҙ шәжәрәһе менән таныштырып сығыш яһаны. Әсәйҙәр һәр саҡ әүҙем, ә атайҙарҙың мәктәпкә килеүен, сараларҙа ҡатнашыуын, сығыштарын күреү балаларҙа шатлыҡ, ғорурлыҡ хистәре уятты.
“Урал батыр мәктәбе” дәреслеге нәшер ителер, быға мин ышанам. Ул саҡта беҙҙең быға тиклем эшләгән эштәребеҙ бер йүнәлештә, программа буйынса ойошҡанлы дауам итер, уҡытыусыларға кәрәкле әсбәп булыр.
“Урал батыр мәктәбе” проектын уйлап, уның дәреслеген төҙөү өсөн күп көс һалған Ил инәһе, Халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм апай Бураҡаеваға һәм уның командаһына ҙур рәхмәт.
Иртәгә Башҡорт теле көнө. Уҡыусыларымдан сәләм. Байрам менән барығыҙҙы ла тәбрик итәм. Телебеҙҙе яратайыҡ, башҡорт телендә һөйләшәйек. Йәшәһен башҡорт теле!
Литература
- Кусимова Т.Х. Исәмдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. –192 бит.
- Тамаша. Нәфис-публицистик журнал. №3-2024
- Йәшлек. Башҡортостан йәштәре гәзите. № 14-2024

