Инсценировка башкирской народной сказки «Озорной кот»
Автор: Ильясова Лейсан Рафатовна
Организация: МАОУ Лицей № 161
Населенный пункт: Республика Башкортостан, г. Уфа
Кластан тыш сара
Тема : “Шаян бесәй” башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштереү.
Маҡсат: Уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ ижады ынйылары менән таныштырыу; балаларҙы ҡыусыларҙә сәхнәлә уйнарға, башҡорт телендә аралашырға, өйрәтеү;
Йыһаздандырыу: декорация:ике ҡыуаҡ, ағас, мөгәрәп макеты, шаршау, ултырғыс; костюмдар: ҡуян, төлкө, бүре, айыу, әбей, бабай, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме. Презентация (фондар), аудиояҙма (ҡурай моңо, урмандағы ҡоштар тауышы). Музыка ҡоралдары (ҡумыҙ).
Ҡатнашалар: бабай, әбей, күрше ҡатын, бесәй, ҡуян, төлкө, бүре, айыу, күбәләктәр.
Әкиәтте сәхнәләштереү
Әкиәтсе: Һаумыһығыҙ! Һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙ икән, эйеме?
Һеҙҙгә шаян бесәй тураһында әкиәт һөйләйемме?
Әкиәтсе: Борон-борон заманда бер ҡарт менән бер ҡарсыҡ йәшәгән. Уларҙың шаян ҡара бесәйҙәре булған. Ҡарсыҡ бесәйҙе бик яратҡан, тик ҡартлығы етеп, үлеп киткән. Ҡарсыҡ үлгәндән һуң, бесәйҙе ашатыр-эсерер кеше булмаған. Шуға ла ул үҙенә-үҙе аҙыҡ тапҡан. Күршеләренең мөгәрәптәренә, келәттәренә төшөп, май,ҡаймаҡтарын ашап, һөттәрен эсә башланған.
(Әкиәтсе һөйләгәндә артҡы планда әбей менән бабай, бесәй сәхнәлә уйнайҙар) Күрше ҡатын: Ах,ҡараҡ!!! Убыр бесәй. (бесәйҙе ҡыуа, тотоп ала)
Берҙән-бер ваҡыт күрше ҡатыны шаян бесәйҙе, һөт эсеп ятҡан ерендә тотоп алып, ҡартҡа илткән.
Күрше ҡатын: Бына, бабай, бесәйең! Минең майымды, ҡаймағымды урлап ашаған... һөттө эсеп бөтөргән! Теләһә нимә эшләт үҙен, тик ҡабат минең күҙемә күренмәһен!
Әкиәтсе: Күрше ҡатындың был һүҙҙәрен ишеткәс, ҡарт бесәйҙе, тоҡҡа һалып алып, урманға илтеп ташлаған.
Шулай меҫкен бесәй урманда йәшәй башлаған. Бына ул, һырт йөндәрен тырпайтып, яҡ-яғына ҡарана-ҡарана бара ла бара. Үҙе мыялаулай, күҙҙәре йәм-йәшел булып яна. Шулай бара торғас бесәйгә ҡуян осрай.
Ҡуян: Һаумы! Һин кем булаһың?
Бесәй: Бес-ә-ә-й булам... Мыр-мыр –ау.
Ҡуян: Ҡайҙа китеп бараһың?
Бесәй: Урмандағы бөтө йәнлектәрҙе ашарға барам!
Ҡуян, ҡото осоп, йән-фарман сабып китә. Бер аҙ сапҡас, ҡуян төлкөгә тап була.
Төлкө: Һиңә ни булды, дуҫҡайым? Ниҙән ҡурҡтың? Ҡайҙа ҡасаһың, ҡупшыҡай?
Ҡуян: Ана, тегендә бер бесәй йөрөй. “Урмандағы бөтә йәнлектәрҙе тотоп ашайым”, – ти. Шунан ҡасып барам.
Төлкө лә шөрләй төшкән. Ҡуян менән икәүләп ары сабып китәләр. Быларға бүре осрай.
Бүре: Ҡайҙа ҡасаһығыҙ, дуҫҡайҙар?
Төлкө менән ҡуян бергә: Ана тегендә бер бесәй йөрөй.Урмандағы бөтә йәнлектәрҙе ашап бөтөрәм тей.
Бүре лә ҡурҡҡан. Өсәүләп ары ҡасалар. Ҡаршыларына айыу килеп сыға.
Айыу: Аҡ-ҡараны күрмәй ҡайҙа ҡасаһығыҙ, дуҫҡайҙарым?
Ҡуян, төлкө, бүре, бер тауыштан:Ҡайҙа барғаныбыҙҙы үҙебеҙҙә белмәйбеҙ. Беҙгә тик уҫал бесәйҙән генә ҡасып ҡотолорға кәрәк.
Айыу: Улай булғас, мин дә һеҙҙең менән барам.
Дүртәүләп китәләр. Арып бөтәләр. Туҡтап, ағас күләгәһендә ял итергә була былар.
Айыу: Юҡ, былай булмай... Ит бешереп, бесәйҙе ҡунаҡҡа саҡырабыҙмы әллә?
Төлкө: Эйе, эйе айыу.
Бүре: Әйҙә шулай итәйек.
Ҡуян: Бесәйҙе ҡунаҡҡа саҡырайыҡ.
Әкиәтсе: Бөтәһе лә быға риза була. Айыу ит табып килтерә, бүре һыуға, төлкө –утынға китә, ә ҡуян бесәйҙе саҡырып килергә тейеш була. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә ит бешеп сыға, ә ҡуян менән бесәй һаман юҡ та юҡ. Төлкө, бүре, айыу ҡурҡыуға төшәләр: “Күрәһең, бесәй ҡуянды ашағандыр. Хәҙер ул беҙҙең башыбыҙға етергә әҙерләнәлер”, – тигән уйға киләләр. Ҡайҙа етте шунда ҡасып-боҫоп бөтәләр былар.
Ошо арала ҡуян, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, бесәйгә яҡын бара алмай торған да бер ерҙә ҡатып. Тора торғас көс хәлгә:
Ҡуян: Әй, батыр Мыраубай! ... – тип кенә әйтә алған.
Әкиәтсе Бесәй, был тауышты ишетеү менән ҡуянға ҡарай югергән. Ҡуян алға сапҡан. Уның артынан саба торғас бесәй әлеге айыу, бүре, төлкө ит бешергән ергә барып сыға. Ҡомһоҙланып ашарға ла тотона. Ит бик ҡаты икән, бесәй, уның ҡаты булыуына асыуланып, мырылдай-мырылдай ашай икән
(Сәхнәлә бесәй йәнлектәрҙе баҫтыра)
Әкиәтсе Ергә төшәргә ҡурҡып,бесәй шул ағас башында өс көн, өс төн ултырған.
Сәхнәгә бабай менән күрше ҡатын килеп сыға.
Бабай:Бес-бес –бесәйем! Һин ҡайҙаһың?
Күрше ҡатын: бес- бес- бесәй, әйҙә беҙ һине алып ҡайтабыҙ. Сысҡандар күбәйеп китте.
Бесәй ағас башынан һикереп төшө. Бергә бейеп ауылға ҡайтып китәләр.
Сәхнәгә барыһы ла сығып баҫа.
Әкиәтсе: ролдәрҙе башҡарҙылар: таныштырып китә.
Сценарийҙы Ләйсән Рафат ҡыҙы Ильясова яҙҙы.

